Башҡорт телендә һөйләшәм...13.12.2018
“Аҫылташ” алдынғы башҡорт йәштәре бренды хаҡында йыш яҙабыҙ. Ул — йәштәр форумы. Төрлө конференцияларҙан тыш, бында дебат уйындары чемпионаты ла уҙғарыла. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан финалға үткән ҡыҙҙар һәм егеттәр сираттағы чемпионатҡа йыйылды.

Республика дебат уйындары чемпионатын асыу тантанаһында уҡыусыларҙы "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Йәш гвардия" төбәк штабы етәксеһе Люциә Юлыева сәләмләне:

- Бындай уйындар һеҙ башҡорт телен, мәҙәниәтен тулы кимәлдә тойһон өсөн уҙғарыла. Беҙ телде үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ, – тине.


Командалар өс палатаға бүленде: беренсе йүнәлештә “Дин һәм уны һәр кем үҙе һайлау мөмкинселеге бармы?” тигән темаға һөйләшһәләр, икенсе палатала һайлауҙарҙа юғары белемле кешеләр генә тауыш бирә аламы, тигән һорауҙы күтәреп сыҡтылар. Өсөнсө йүнәлеш “Интернет селтәренә видеоблогтарҙы бәлиғ булғандар ғына төшөрөп һала аламы?” тигән тема буйынса эшләне.

Уйын формаһында үткән дебаттарҙың төп шарты: һәр кемдең сығышы саф башҡорт телендә генә булырға тейеш ине.


Вернуться назад