“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы ҡуйылған Өфөләге спектаклдәргә саҡырыу билеттары оттора. Акция декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Отошта ҡатнашыу өсөн партияның социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә теркәлергә кәрәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектаклдәренә ике кешелек саҡырыу билеттары отоу мөмкинлеге бар. Спектаклдәр рус һәм башҡорт телдәрендә бара.