Илһөйәрлек инеше12.12.2018
Конституция – Рәсәй Федерацияһы гражданының хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп дәүләт законы. Документ, законға, ғәҙеллек һәм тәртип принциптарына таянып, иҡтисади, социаль һәм дәүләт тормошон регламентлай.

Ғәмәлдәге барлыҡ закон акттары 1993 йылда ҡабул ителгән Конститу­цияға нигеҙләнә. Дәүләт етәксеһе, Дәүләт Думаһы, Хөкүмәт һәм Федерация Советы документҡа үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерә ала. Төп Закон китабының ҡыҙыл күн тышлығында дәүләттең көмөш гербы төшөрөлгән һәм алтын хәрефтәр менән “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы” тип яҙылған. Документтың инаугурация варианты Кремль һарайындағы Президент китапханаһында һаҡлана.

Конституцияны ҡабул итеү – һәр милләттең һәм илдең тарихында иң мөһим һәм иҫтәлекле мәл. Дәүләт закондарын белмәй, уларҙы көндәлек тормошта нигеҙле файҙаланмай тороп, демократик йәмғиәт төҙөү мөмкин түгел. 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан тауыш биреү юлы менән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителә.

Әлеге Конституция бер нисә сыға­наҡтан төҙөлгән. Шуларҙың иң мөһимдәре – Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының Конституция комиссияһы проекты (йәки “Румянцев проекты”) һәм Ельциндың ҡарары буйынса саҡырылған Конституция кәңәшмәһе тарафынан әҙерләнгән проект. Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы юғары дәүләт власы органдарының структураһын ярайһы уҡ үҙгәртә. Унда власты айырыу принцибы нығытыла, Рәсәйҙең федератив ҡоролошон камиллаштырыу йәһәтенән етди аҙым яһала. Илебеҙ тарихында тәүге тапҡыр Конституция нормалары туранан-тура эш итә башлай. Һәр кешегә, конституцион нормаларға һылтанып, хоҡуҡтарын яҡлау мөмкин­леге бирелә, ә суд һәм башҡа органдар, эштәрҙе ҡарағанда, бәхәсле мәсьәлә­ләрҙе хәл иткәндә, иң элек Төп Закон нормаларына нигеҙләнергә тейеш була.

Конституция, граждандар йәмғиәтен үҫтереү азатлығын тәьмин итеп, бөтә милек формаларын тигеҙ яҡлай. Дәүләттең төп документы булараҡ, уның нормалары ниндәй ҙә булһа хоҡуҡи иҫбатлауға мохтаж түгел. Илебеҙҙә ҡабул ителгән закондарҙың барыһы ла Конституцияға ҡаршы килмәҫкә тейеш, юғиһә улар ғәмәлдән сығарыла.

Конституция ҡабул ителгән мәлдән алып документҡа бер нисә төҙәтмә индерелә. Шуларҙың һуңғылары – “Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәсәй Федерацияһы граждандары тарафынан йәшерен тауыш биреү юлы менән дөйөм тиң һәм туранан-тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә алты йылға һайлана” (элек дүрт йылға ине), “Дәүләт Думаһы биш йылға һайлана” (әүәл дүрт йылға ине).


Вернуться назад