Мин дә фрезерлаусы өйрәнсеге булдым11.12.2018
Төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар тапшырҙы.

Быйыл ярыш алты номинация буйынса барҙы: “Иң яҡшы ташсы”, “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы”, “Иң яҡшы ҡымыҙ яһаусы”, “Иң яҡшы кондитер”, “Иң яҡшы слесарь-сантехник”, “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе”.

– Был республика конкурсы йылдан-йыл яңы таланттар аса. 800-ҙән артыҡ кеше унда ҡатнашты. Һәм был йүнәлештә ярайһы уҡ уңыштар бар.

Быйыл Елена Кремнева федераль кимәлдә “Иң яҡшы кондитер” номинацияһында билдәләнде, ә Таһир Оразбирҙиев илдә “Иң яҡшы троллейбус йөрөтөүсеһе” тип табылды. Шуныһы мөһим – конкурс йәштәрҙе йәлеп итә, тимәк, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын да күтәрә. Минең хеҙмәт кенәгәмдә лә тәүге яҙма “фрезерлаусы өйрәнсеге” тора, – тине Радий Фәрит улы.


Вернуться назад