Уларҙың эше туҡтамай23.05.2012
Республикала уҙған ике ҙур федераль һайлауға һуңғы йомғаҡ яһалды. Баш ҡалала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре, территориаль һайлау комиссиялары етәкселәре, муниципаль берәмектәр Советтары секретарҙары ҡатнашлығында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының тантаналы ултырышы булды. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Башҡортостан Президенты хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов килде.
Владимир Балабанов алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Республиканың һайлау системаһында профессиональ команда йыйылыуын һәм уларҙың юғары кимәлдә сәйәси саралар ойоштороуын билдәләне. Хакимиәт етәксеһенең әйтеүенсә, уларҙың хеҙмәте Рәсәй кимәлендә лә иң юғары баһа алған.
Константин Толкачев Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почет билдәһен һәм Почет грамоталарын тапшырҙы. Бынан тыш Башҡортостандың һайлауҙарҙы үткәреүгә индергән өлөшө Рәсәй кимәлендә лә билдәләнде. Бихисап территориаль һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Почет билдәһе тапшырылды. Республиканың ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә ошондай уҡ наградаларға лайыҡ булды.
— Барлыҡ коллегаларға ла юғары профессионаллек, яуаплылыҡ һәм сифатлы эш өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙҙең эш бер ҡасан да туҡтап тормай. Алда яңы һайлау кампаниялары көтә, һәм уларға әҙерлек бөгөндән башланды, — тине тантана һуңында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад