Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш11.12.2018
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев журналистарға ил Президентының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән партияға яуаплы бурыстар һалыуы тураһында һөйләне.

– Был – бик мөһим мәсьәлә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланыу өсөн эш төркөмө булдырасаҡбыҙ. Бер һум да ситкә китмәҫкә тейеш, милли проекттар илде һәм республиканы үҫештең яңы сифатлы кимәленә сығарырға тейеш, – тине ул.


Республика парламенты етәксеһе белдереүенсә, съезда барлыҡ мөһим проблемалар ҙа күтәрелде, береһе лә өндәшмәй ҡалынманы. Был “Берҙәм Рәсәй”ҙең яңырыуға табан әүҙем барыуын тағы ла бер тапҡыр дәлилләне.




Вернуться назад