Яңы комиссиялар ойошторола23.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала инвестициялар һәм кадрҙар буйынса ике комиссия ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Тәүгеһе Башҡортостанда тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителгән инвестиция проекттарын ҡараясаҡ. Республикабыҙ комиссия хуплаған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Кадрҙар буйынса комиссия министрлыҡтар, ведомстволар һәм дәүләт предприятиелары етәкселәре вазифаһына кандидаттарҙы тыңлаясаҡ. Комиссия ултырышында тикшерелгәндән һуң ғына уларҙы тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Бындай ысул кадрҙарҙы дуҫ-ҡәрҙәшлек буйынса тәғәйенләүгә юл ҡуймаясаҡ.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад