Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарыу хаҡын түбәнәйтергә ҡушты10.12.2018
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сар сығарыу хеҙмәте өсөн хаҡты арзанайтырға ҡушты. Төбәк етәксеһе, киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк түләүҙе республика халҡы өсөн бик ҡиммәт, тип билдәләне.

– Һандарҙы кәметегеҙ, уларҙы халыҡ түләй алмаясаҡ, – тине ул. – Тарифтар юғары булмаҫҡа тейеш. Төбәк операторҙарын саҡыртығыҙ. Кәрәк икән, уларҙы миңә алып килегеҙ.


Радий Хәбиров ауыл биләмәләренән сүп-сар сығарыу системаһын ентекле уйларға һәм ауыр хәлдәгеләргә был йәһәттән компенсация түләү мөмкинлеген ҡарарға күрһәтмә бирҙе.



Вернуться назад