Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына БСК тарафынан бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүҙе күҙәтергә тәҡдим ителде07.12.2018
Башҡортостан сода компанияһының Шахтауға ҡағылышлы эштәре буйынса биргән вәғәҙәләрен махсус килешеүҙә нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев. Уның әйтеүенсә, “Рәсәй Федерацияһында йәмәғәт контроле нигеҙҙәре тураһында”ғы 212-се Федераль закон биргән вәкәләттәргә ярашлы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына был эшкә контроллек итергә кәрәк.

– Хәл ябай түгел. Үҙегеҙҙе предприятие етәксеһе урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Ил өсөн әһәмиәтле стратегик предприятие. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы уның мөһим акционеры булып тора, – тине парламентарий. – Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо тау эргәһендә йәшәгән халыҡтың, Стәрлетамаҡтағы ғаиләләрен туйындырған эшселәрҙең, Торатауҙы һаҡлап ҡалырға теләгән экологтарҙың, ғалимдарҙың, ауыл халҡының мәнфәғәтен яҡлай. Төбәк етәксеһе тәҡдим иткән ҡарарҙа “алтын урталыҡ”ҡа өлгәшелә.


Вернуться назад