
Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә байрам саралары ойошторолдо.
Республикабыҙ илдең һайлау комиссияларының берҙәм системаһында почетлы урын биләй: участка һайлау комиссиялары һаны буйынса – өсөнсө урында (69 территориаль һәм 3426 участка һайлау комиссияһы эшләй), ә һайлаусылар һаны буйынса (30 мең самаһы) – тәүге биш төбәк иҫәбендә. Ошо йылдар эсендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, федераль һайлау кампанияларынан тыш, 1998, 2003, 2014 йылдарҙа Башҡортостан Президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алты саҡырылыш һайлауҙарын, урындағы үҙидара органдарына бихисап һайлауҙарҙы, шулай уҡ, 1995, 2005 йылдарҙа референдумдар ойошторған.
– Совет осоронда, бигерәк тә постсовет заманында, был тармаҡта аҙ эштәр башҡарылманы. Республиканың һайлау системаһы ваҡыттың етди һынауын лайыҡлы үтте. Бөгөн ул – илдең иң абруйлы һәм һөҙөмтәле ойошмаларының береһе. Ошо йылдар эсендә хоҡуҡи база булдырылды һәм ул артабан камиллаштырыла, һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүе ойоштороуҙың аныҡ механизмы бар, власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – тип белдерҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев үҙенең сығышында.
Шулай уҡ сарала һуңғы йылдарҙа республика халҡының сәйәси тормошта йышыраҡ ҡатнаша башлауын, тауыш биреүҙе ойоштороу теүәллек, яуаплылыҡ талап итеүен, һайлау комиссияларында профессионалдар эшләүен, ниндәй генә хәл булһа ла, көсөргәнеште еңә алыуҙарын билдәләп үттеләр. Әлбиттә, сәйәси партиялар әүҙемләшеү менән бер рәттән һайлау комиссияларының эше лә ҡатмарлаша бара, шул уҡ ваҡытта төп бурыс — кешеләрҙе социаль-ижтимағи һәм сәйәси процестарға, дәүләт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү үҙгәрешһеҙ ҡала. Әлбиттә, асыҡ һайлауҙар процедураһын тәьмин итеү ҙә – һайлау комиссияһы эшмәкәрлегендәге иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе.