Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын халыҡ менән тығыҙыраҡ эшләргә саҡырҙы.
– Райондарҙа сәфәр барышында мине унда йәшәгән халыҡ ҡаршылай. Был, әлбиттә, шәп. Әммә улар мине сәскә гөлләмәләре менән көтөп тормай, һәр кемдең үҙ һорауы бар. Тимәк, урындарҙа уларҙың проблемалары хәл ителмәй. Халыҡ менән йышыраҡ бәйләнештә булығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе муниципалитеттар менән артабанғы эштең ниндәй буласағын билдәләне.
– Һеҙ эшкә көйләнеп, заманса ҡарашҡа эйә булаһығыҙ, кешеләрҙе тыңлайһығыҙ, һәм бергәләп алға барабыҙ. Йәки тарих та, беҙ ҙә һеҙҙе уҙып китәсәкбеҙ. Ул саҡта инде кәрәгегеҙ ҡалмаясаҡ. Мине аңлайһығыҙҙыр тип ышанам, – тип мөрәжәғәт итте ул ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына.