Рөстәм Мәрҙәнов эшенән китте03.12.2018
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, отставкаға китте.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рөстәм Хәбиб улына яҡшы эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

– Мин уны ҡалырға өгөтләнем, әммә был – уның үҙенең теләге, – тине Радий Фәрит улы.

Рөстәм Мәрҙәнов артабан Рәсәй Үҙәк банкының Урал баш идаралығы етәксеһе вазифаһын биләйәсәк.


Вернуться назад