Рәсәй юристары Өфөгә йыйылды01.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә үткән “XXI быуатта конституционализм” Рәсәй юридик форумында ҡатнашты. Сара Юристар көнөнә һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығына арналды.

– Бындай майҙансыҡтар бик әһәмиәтле. Улар ғалимдарға аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә. Беҙ бөгөн етеҙ, тиҙ үҙгәреүсән һәм көнәркәшле донъяла йәшәйбеҙ. Ошондай шарттарҙа бер-береңде тыңлау, алдараҡ барыусыларҙың тәжрибәһенә күҙ һалыу бик мөһим, – тине Радий Фәрит улы. Шулай уҡ ул форумда ҡатнашыусыларҙың күптәре менән уны оҙайлы уртаҡ эшмәкәрлек бәйләүе хаҡында белдерҙе.

Пленар ултырыш барышында кеше хоҡуҡтары, власть һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәте, бөгөнгө тормошта Конституцияның һәм халыҡ-ара хоҡуҡ институттарының роле тураһында йәнле һөйләшеүҙәр ойошторолдо.


Вернуться назад