Бөгөн Өфөгә рәсми сәфәр менән Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консуллығы делегацияһы килде. Делегацияны генераль консул Әхмәт Садыҡ Доган етәкләй.
Сәфәрҙең маҡсаты – Төркиә менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә ике яҡлы бәйләнеш булдырыу.
Ике көнлөк сәфәр барышында делегация ағзалары республика етәкселеге, республиканың власть органдары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре һәм студенттары менән осрашырға йыйына. Бынан тыш Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән дә күрешмәкселәр.