Өфөлә “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республика Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин алып барҙы.
Парламентарий әйтеүенсә, 2019 – 2021 йылдарҙа милли проекттарға 5 триллион 693 миллиард һум бүленгән. “Демография” – милли проекттарҙың иң мөһимдәренең береһе. Уны ғәмәлгә ашырыуға 2021 йылға тиклем 1,5 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.