Һәр төймәне айырым хужа таға, ә пинжәк кемдеке?29.11.2018
Һәр төймәне айырым хужа таға, ә пинжәк кемдеке?– Беҙҙең республикала инвестициялар менән шөғөлләнеүсе тәғәйен генә ойошма юҡ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Өфөлә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) стратегик сессияһында. – Һәр ойошма үҙаллы шөғөлләнә тигән тәьҫир тыуа. Был һәр төймәне айырым хужа тағып та, пинжәк өсөн бер кем дә яуап бирмәгән кеүек килеп сыға. Ә бит был йүнәлеш бөтә иҡтисадҡа йоғонто яһаусы шарт. Башҡортостанда ошо эшмәкәрлек менән системалы шөғөлләнгән һәм яуап биргән ведомство булдырайыҡ.

Сессия проект офисының ултырышы менән тамамланды. Сығыш яһаусылар АСИ командаһынан тора ине: Инвестиция мөхитен үҫтереү департаменты етәксеһе Виталий Храмушин, Инвестиция мөхитен яҡшыртыуҙың маҡсатлы моделдәрен тормошҡа ашарыу идаралығы етәксеһе Марат Фаттахов һәм башҡалар. Башҡортостандан сессияла Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, башҡарма власть органдары, эшҡыуарҙар һәм эксперттар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.



Вернуться назад