Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов рәйеслегендә сит илдәр менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса ведомсто-ара эш төркөмө ултырышы булды.
Сара барышында быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә йомғаҡтар ҡаралды, киләһе йылға план билдәләнде. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов быйыл ғинуар-сентябрҙә тышҡы сауҙа әйләнеше күләменең 4,15 миллиард АҠШ доллары, йәғни элгәре йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк булыуы тураһында хәбәр итте. Экспорт — 3,4 миллиард АҠШ доллары, 8,4 процентҡа үҫеш күҙәтелгән.
Сит илдәргә, шул иҫәптән Нидерландҡа, Италияға, Германияға, Францияға, Японияға, Ҡытайға, Иранға, Кувейтҡа Башҡортостандың рәсми делегациялары сәфәре ойошторолған. Республикабыҙ иһә Норвегия, АҠШ, Австрия, Вьетнам, Дания, Чехия һәм башҡаларҙан рәсми делегацияларҙы ҡабул иткән. Киләһе йыл республикабыҙҙа бер нисә ҙур халыҡ-ара сара, шул иҫәптән 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары, ШОС һәм БРИКС ағзалары булған илдәр төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың V форумы ойошторола. Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү нигеҙендә сит илдәрҙең рәсми делегациялары менән үҙ-ара эш итеү йыл буйы барасаҡ.