Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы парламенттың киләһе ултырышының көн тәртибен раҫланы. Уға 50-гә яҡын мәсьәлә индерелде.
Икенсе уҡыуға йәмәғәтселектә киң тикшерелгән “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеүгә хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында”ғы закон проекты сығарыла. Дәүләт Йыйылышының комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин уны тәҡдим итеп, фекер алышыуҙа, депутаттарҙан тыш, йорт комитеттары союзы, юристар ассоциацияһы вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнашты, тип хәбәр итте. Һөҙөмтәлә 24 төҙәтмә әҙерләнде. Уларҙы ҡабул итергә тәҡдим индерелде.
“Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Проектта ошондай ойошмаларға дәүләт ярҙамының хоҡуҡи нигеҙҙәре, эшмәкәрлек төрҙәре билдәләнә. Әйткәндәй, 2012 йылдың бюджетында социаль йүнәлешле ойошмаларға 212,2 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтеү күҙаллана.
Беренсе уҡыуҙа ҡаралған “Йорт хайуандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр уҫал тоҡомло эттәрҙе урамда йөрөтөүгә талаптарҙы билдәләй, шулай уҡ йорт хайуандарын аҫрау һәм яҡлау тәртибен көйләгән положениеларҙы аныҡлай.
Депутаттар көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын да индерҙе. Ул былтыр бала хоҡуҡтарының нисек яҡланыуына арнала.
Бынан тыш, депутаттар мировой судьялар вазифаһына кандидатураларҙы, федераль закон проекттарын хуплау-хупламау мәсьәләһен ҡараясаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.