“Асыҡлыҡтың һөҙөмтәһен күрә башланыҡ”19.05.2012
“Асыҡлыҡтың һөҙөмтәһен күрә башланыҡ”Бөгөн — Азамат Илембәтовтың республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүенә бер йыл. Ошо уңайҙан “Комсомольская правда” гәзитендә Хөкүмәт башлығы журналистар менән осрашыу ойошторҙо.
Азамат Фәттәх улы башта “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумы хаҡындағы фекере менән уртаҡлашып, сараның ойошҡан рәүештә, уңышлы үтеүен билдәләне.
— Властың барыһы өсөн дә асыҡ булырға ынтылышы шарттарында республикала иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө форум, инвесторҙар менән осрашыуҙар йыш ойошторола, — тине ул. — Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, башҡарған төп бурыстарыбыҙҙан тыш, республиканың иҡтисадын демократлаштырыуға күп көс һалынды. Инвестицияны йәнләндереү маҡсатында бер нисә закон ҡабул ителде. Эшмәкәрлегебеҙҙең аныҡ һөҙөмтәһе күренә башланы.
Башҡортостан халыҡты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте менән сифатлы тәьмин итеү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында килә. Премьер-министрҙың әйтеүенсә, республика быйылғы йылытыу миҙгеленә 15 сентябрҙә әҙер буласаҡ.
— Приют ҡасабаһында фажиғәле хәл булыуына ҡарамаҫтан, быйыл да илдә алдынғылар рәтендә ҡалырбыҙ, тип уйлайым, — тине Азамат Фәттәх улы. — Әйткәндәй, 19 майҙа ҡасабала бер йорт файҙаланыуға тапшырыла. Республика Президентының ҡушыуы буйынса башҡарылған төҙөлөш эше ике айҙа атҡарылды. Яңы йортта шартлауҙан зыян күргән ғаиләләр йәшәйәсәк.
Премьер-министр социаль торлаҡ, балалар баҡсалары төҙөү, урамдарҙы төҙөкләндереү, хеҙмәт хаҡы, ауыл хужалығы тармаҡтарына ҡағылышлы һорауҙарға тулы яуап бирҙе, республиканың үҫеш проблемаларын, ҡаҙаныштарын даими яҡтыртып барған журналистарҙың эшендә уңыштар теләне.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад