Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығын Марсель Байдәүләтов етәкләйәсәк.
Марсель Байдәүләтов 1986 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ҡасабаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2005 йылда “Юлдаш” мәғлүмәт-музыка каналында башлай. 2008 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. 2013 йылдан – “Юлдаш” радиоһының баш продюсеры.
Бөгөнгәсә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә эшләне.