Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте”н үткәрҙе27.11.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә транспорт һәм юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

— “Транспорт сәғәте”н айына бер тапҡыр үткәреп, күләмле мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ, эш планын билдәләйәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Биләмәбеҙ ҙур. Башҡортостан — Рәсәйҙә автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса икенсе төбәк. Шуға күрә транспорт һәм юл инфраструктураһы мәсьәләләре беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Кәңәшмәлә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проектын тормошҡа ашырыу, күпер хужалығын үҫтереү, “Өфө — Ырымбур” автомобиль юлын реконструкциялау, Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юл һалыу, Өфө вокзалын яңыртыуҙы тамамлау мәсьәләләре тикшерелде.




Вернуться назад