Яуаплы эш көтәбеҙ27.11.2018
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта оператив кәңәшмә барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

– Беҙ вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында һөйләшкәйнек инде, ул киләсәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы биләмәләргә бүлеп ойоштороуға күсереү менән бәйле. Был – социаль йәһәттән бик етди мәсьәлә. Һеҙгә ошо эштәрҙе координациялау мөһим, – тип мөрәжәғәт итте Михаил Кирәевкә Радий Фәрит улы. – Һеҙҙең ҡарамаҡҡа Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла инәсәк. Был мәсьәләне бергәләп ойоштороғоҙ, ҡайһы бер һорауҙарҙы республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты менән хәл итергә тура килер.


Вернуться назад