Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендәге делегация Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.
Ҡунаҡтар инженерлыҡ-етештереү комплексын, авиация двигателдәрен йыйыу һәм һынау цехтарын, контроль лабораторияһын, шулай уҡ турбина роторы һәм компрессор етештереү комплексын ҡараны. Михаил Бабич роторҙарҙың береһендә ҡултамғаһын ҡалдырҙы.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе директоры Александр Артюхов Михаил Бабичҡа берекмәнең бөгөнгө эше, үҫеш пландары, атап әйткәндә, бишенсе быуын двигателен эшләү проектында, МС-21 магистраль самолетының двигателе өсөн комплектлау өлөштәре сығарыуҙы үҙләштереүҙә, вертолет двигателе компоненттарын етештереүҙе ойоштороу программаһында ҡатнашыу тураһында һөйләне.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.