Ҡояш менән ел ярҙамға килер19.05.2012
Донъяла нефть һәм газ һаҡламдарының тамам бөтөү хәүефе бармы? Булһа, быны ҡасан көтөргә һәм Рәсәйҙе ниндәй төр энергия ҡотҡара ала? "Ҙур химия" II Халыҡ-ара форумының икенсе көнөндә ошо турала ла фекер алышыу булды.
Сара сиктәрендә бер нисә "түңәрәк өҫтәл" үтте. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе Усеин Джемилев үҙенең сығышында энергетиканың киләсәген күҙаллап эш итергә саҡырҙы. Бөтөн донъяла нефть һаҡламдарының күләме яҡынса 300 миллиард тонна тирәһе икән. Шуның 10 миллиарды — Рәсәйҙә. Донъяла йылына 6 миллиард тонна нефть сығарылһа, Башҡортостанда ул 9–10 миллион тонна тәшкил итә. "40–50 йылдан нефть алтындан ҡиммәтерәк буласаҡ", — тип фаразланы ғалим.
Газ һаҡламдары буйынса Рәсәй донъяла беренсе урынды биләй. Ә уның бөтөн донъя буйынса күләме яҡынса 300 триллион кубометр. Нефткә, газға, күмергә ихтыяж йылдан-йыл арта, шуға күрә хаҡтар ҙа өҫкә үрмәләй.
Әммә Мексика боғаҙында, Фукусимала булған фажиғәләр донъя халҡын энергияның алмаш төрҙәре тураһында бөгөндән уйланырға мәжбүр итте. Белгестәр күҙаллауынса, 2030 йылдан һуң сығарылған нефть күләме ҡырҡа кәмей башлаясаҡ. Ә 2040 йылға нефть һаҡламдары бөтәсәк, 2050 йылға газ һаҡламдарын да шундай уҡ яҙмыш көтә. Заман технологиялары уларҙы ошонан да артыҡ ҡулланыу мөмкинлеген бирмәй.
Усеин Джемилев фекеренсә, бөгөндән үк алмаш энергия тураһында уйлана башларға ваҡыт. "Ҡояш, һыу һәм ел киләсәктә беҙҙе энергия менән тәьмин итеүсе төп сығанаҡҡа әйләнәсәк", — тигән һығымта яһаны ғалим.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад