18 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әрмәнстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян менән осрашты. Ул Өфөгә “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда йәшәгән милләттәргә булышлыҡ итеү сәйәсәтен дауам итеү хаҡында һөйләне.
— Рәсәй әрмәндәре союзының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген ойоштороуҙа, белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтелә. Был эштән Башҡортостан үҙе лә ҙур ҡәнәғәтлек ала. Күптән түгел һайлау осоронда Башҡортостан делегацияһы Әрмәнстанда булды. Делегацияны ихлас ҡабул иттеләр. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине Башҡортостан Президенты.
Олег Есаян илсе сифатында түгел, ә Әрмәнстан делегацияһы составында Рәсәй төбәктәренә тәүге тапҡыр килеүен билдәләне һәм саҡырған өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Саранан ҙур тәьҫораттар ҡалды. Республикағыҙ ошондай күләмле һәм киң йүнәлешле Халыҡ-ара форумды ойоштороп, өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған, — тине илсе.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.