— “Ҙур химия” форумы — бөгөн илдә химия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгән төп майҙансыҡ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. — Шул уҡ ваҡытта сеймалһыҙ үҫештең мөмкин түгеллеген яҡшы аңлайбыҙ.
Волга буйы федераль округының нефть химияһы комплексы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе сарала тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды.
— Әле еңел углеводородтарҙың киң фракцияһына “Сибур” компанияһы хужа, әммә был Ямал-Ненец автономиялы округында өҫтәмә сығанаҡтар юҡ тигәнде аңлатмай, — тине республика башлығы.
Компанияның генераль директоры Дмитрий Конов, форумда сығыш яһап, төньяҡҡа табан юл алып, яңынан-яңы ятҡылыҡтарҙы асып һәм үҙләштереп, компания өҫтәмә газ сығанаҡтарына эйә була, тип билдәләне. Шунда уҡ был газды ҡайҙа ташырға тигән һорау тыуа.
— Беҙҙеңсә, уны Волга буйы федераль округына еткереү иң — мөһим һәм ҡулай вариант, — тигән фекерҙә Башҡортостан Президенты. — Ул бындағы предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Ошо проектты тормошҡа ашырғанда округтағы химия продукцияһы күләме икеләтә артасаҡ. Төбәктәрҙә 70 меңгә тиклем яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Республика етәксеһе әле документтың техник-иҡтисади нигеҙҙәрен эшләгән төркөм, консорциум ойошторолоуы хаҡында әйтте.
— Аныҡ дәлилдәр менән нығытып, проектты Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдим итәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
Шунан уның яҡынса хаҡын да билдәләне.
— Был мегапроект бер нисә миллиард АҠШ долларына, бәлки, 6-7 миллиард долларға төшөр. Иҡтисадыбыҙ, сеймалға ихтыяж кисергән Башҡортостан, Татарстан, Һамар өлкәһе, Пермь крайы һәм Түбәнге Новгород өлкәһе предприятиелары өсөн был бигүк күп түгел, — тине республика башлығы.
Г. ДӘҮЛИЕВА.