“Аҡсаны урлауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Һәм бында инде миңә һеҙҙең ярҙам кәрәк”24.11.2018
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ялтала үткән Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Мәртәбәле сараны Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барҙы.

Ултырышта ил етәксеһенең “Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар” тураһындағы указын тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

“2024 йылға тиклем Рәсәй Президентының Милли проекттары... Был маҡсаттарҙы нисегерәк итеп һәр ҡайһыбыҙға еткерергә икән. Уның әһәмиәтен әлегә белмәйҙәр, әммә ныҡлы ышаныс менән шуны әйтә алам: был илде үҫтереүҙә ҙур аҙым буласаҡ, — тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Дәүләт халыҡҡа алты йылға 28 триллион һум аҡса бирә. Был һис шикһеҙ кешеләрҙең тормош шарттарында сағылырға тейеш:

хеҙмәт хаҡы, пособиелар, сифатлы һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү, мәҙәниәт, спорт, таҙа мөхит... Шул уҡ ваҡытта, шәхсән минең өсөн, был күптәрҙең өмөттәрен аҡлау мөмкинлеге лә. Хатта минең барлығымды белмәгәндәр ҙә аҙаҡ: “Эйе, шәп булды”, — тиһендәр... Аҡсаны урлауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Һәм бында инде миңә һеҙҙең ярҙам кәрәк”.


Вернуться назад