Башҡортостандың рәсми делегацияһы Мәскәүҙә ХII “Рәсәй транспорты” Халыҡ-ара форумында эшен дауам итте. Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров транспорт форумының республика өсөн файҙалы буласағын билдәләне.
– Төрлө мәсьәләләр буйынса байтаҡ һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Мәҫәлән, “Росавтодор” менән аралаштыҡ. Магистраль инфраструктураны яңыртыуҙың комплекслы планына уңышлы ингәнбеҙ, – тине ул. – Мөһим тема – Стәрлетамаҡтан башлап көньяҡҡа тиклем ике һыҙатлы трассаны реконструкциялау һәм киңәйтеү. Башта – Ергәнгә, унан Мәләүезгә, Күмертауға һәм артабан инде Ырымбурға тиклем.
Республика етәксеһе Транспорт буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренең форумға яҡшы әҙерләнеүен билдәләне. Сара барышында Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих үткәргән эшлекле иртәнге ашта ҡатнашты. Унда ил Президентының “май” указдарын үтәү нигеҙендә тормошҡа ашырылған Магистраль транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм киңәйтеүҙең комплекслы планы проекттары тикшерелде.
Шулай уҡ Рәсәйҙең төп тармаҡ компаниялары етәкселәре менән осрашыу булды. Радий Хәбиров транспорт министрының ил төбәктәре етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты.