Ниәттәр ҡултамға менән нығытылды18.05.2012
17 майҙа Өфөнөң Конгресс-холында “Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумын асыуға ярашлы Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында “Ямал — Волга буйы” маршруты буйынса нефть химияһы өсөн углеводород сеймалы ташыу өлкәһендәге ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов һәм Ямал-Немец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Башҡортостан менән Ямал-Ненец автономиялы округы араһында шулай уҡ Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡатнашты.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад