Өфө ҡалаһы ҡала округының ике районына яңы етәксе тәғәйенләнде.
Ленин районын Олег Котов етәкләй. Уға 48 йәш, әлегә тиклем Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләген. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, Ленин районында шәхси йорттар күп, биләмәләрҙе тәртипкә килтереүгә, төҙөкләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар кәрәк.
Совет районы хакимиәте башлығы итеп Илвир Нурдәүләтов тәғәйенләнде. Ул әлегәсә ошо уҡ район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған. "Совет районы Өфөнөң үҙәге һанала, етәксенең етди иғтибарын талап итә", - тине Өлфәт Мостафин.