16 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға “Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән “Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге һәм Мексиканың GPT компанияһы президенты Филип де Хесус Гарза Медина менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда нефть химияһы һәм полимерҙар етештереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
* * *
16 майҙа “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов килде. “Өфө” халыҡ-ара аэропортында уларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
* * *
Өфөлә үткән “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумы власть менән бизнес араһында конструктив һөйләшеү алып барыу, шулай уҡ нефть химияһы тармағын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса уртаҡ ҡараш булдырыу мөмкинлеген бирә.
— Еңел углеводтарҙың киң фракцияһын ташыу өсөн “Көнбайыш Себер — Урал — Волга буйы” магистраль продукттар үткәргесен төҙөү буйынса Башҡортостан менән Татарстандың берлектәге проекты Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин тарафынан хупланды, — тип хәбәр итте Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
* * *
Үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын етештереүҙе тергеҙеү Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гербицидтар һәм үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр технологик ғилми-тикшеренеү институты директоры Александр Колбин да ошондай уҡ фекер яҡлы. “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумында ул ошондай доклад менән сығыш яһаны.
— Бөгөн үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын етештереүҙе тергеҙеү мәсьәләһен күтәреү бик мөһим, — тине ул. — Был — стратегик бурыс. Элегерәк Өфөлә ошо йүнәлештә донъялағы иң ҙур производстволарҙың береһе эшләй ине. Әле Рәсәй бөтә нәмәне ситтән — Һиндостандан һәм Ҡытайҙан индерә. Был йәһәттән беҙ уларға тулыһынса бәйлебеҙ. Хәлде тамырынан үҙгәртеү зарур.
***
Конгресс-холда “Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумын үткәреү барышында журналистар өсөн брифинг булды. Унда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин ҡатнашты.
Л. ДӘҮЛИЕВА