Беҙҙән түләтәләр, ә дәүләткә ниңә түләмәйҙәр?20.11.2018

Рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы тәртипкә күндереү дауам итә.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был эшкә төрлө ойошмалар етди тотондо һәм ошо турала гәзитебеҙ даими хәбәр итеп тора: рөхсәтһеҙ йөрөгән һәм дәүләткә һалым түләмәгән автобустар ҡулға алына, улар урынына “Башавтотранс” машиналары рейстарға сығарыла, башҡа ҙур ҡалаларҙың тәжрибәһе иҫәпкә алына... Һөҙөмтә тураһында бөгөн нимә әйтергә була?

Ғәҙеллек хаҡы ҡыйбатыраҡ

Быға саҡлы Өфө урамдарында шундай хәлде күҙәтергә мөмкин ине: туҡталыштарҙа эреле-ваҡлы шәхси автобустарға туҡтарға урын булмай китә, уларҙың пассажирҙар өсөн бер-береһе менән ярышыуын шунда уҡ самалауы ҡыйын түгел, шуға ла йыш ҡына халыҡ менән шығырым тулы булалар, ә дәүләт автобустарында кеше күп булмай. Ләкин әлеге шәхси транспорт араһында пассажирҙарҙы рөхсәт­һеҙ ташығаны һәм дәүләткә һалым, пенсия өсөн иғәнә түләмәгәндәренең өлөшө ҙур. Дәүләт предприятиеһы бындай иғәнәләрҙең барлыҡ төрҙәрен тулыһынса һәм үҙ ваҡытында күсереп тора, ә легаль булмаған ташыусы­ларҙың барлыҡ табышы автобус хужаларының кеҫәһенә инеп ята.

Шуныһы тағы ла мөһимерәк: дәүләт ташыусыһы бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтә һәм улар өсөн яуап бирә. Уның автобустарында барырға теләгән кеше әле юлға сыҡмаҫ борон уҡ страховкалана. Авария була ҡалһа, пассажирҙар страховка аҡсаһы аласаҡ, ә тап ошо автобуста һәм шул ваҡытта пассажир булғаныңды раҫлау өсөн билет бар. Әлбиттә, былар барыһы ла ташыуҙың үҙҡиммәтенә инә һәм билет хаҡында ла сағылыш таба. Рөхсәтһеҙ кеше ташыусылар иһә уларҙың береһен дә һанға һуҡмай, һис ниндәй страховка ла юҡ һәм пассажир булғаныңды һуңынан иҫбатлап ҡара. Шуның өсөн дә уларҙа билет хаҡы арзаныраҡ тип ҡабул ителә, ғәмәлдә ул бөтә йәмғиәттең кеҫәһенә һуға. Һөҙөмтәлә барлыҡ талаптарға яуап биргән дәүләт автобустарында пассажирҙар, шәхси транспорт менән сағыштырғанда, һәр ваҡыт аҙыраҡ.

Проблема хәл итеүҙе көтә

Мәсьәләнең киҫкенлеген иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙа легаль булмаған ташыусыларға ҡаршы көрәштең ҡануни нигеҙҙәрен камиллаштырыу маҡсатында эш төркөмө ойошторолғайны.

– Беҙҙең алға ике маҡсат ҡуйыла: беренсеһе – “Башҡортостан Республика биләмәһендә автомобиль транспорты һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты менән хеҙмәтләндереү тура­һында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының нисек үтәлешен тикшереү, икенсеһе – транспорт хеҙмәтлән­де­реүенең сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, – тине уның тәүге ултырышында парламент Рәйесе урын­баҫары, эш төркөмө етәксеһе Рөс­тәм Ишмөхәмәтов. – Беҙ Өфө ҡалаһы муниципалитетының башҡар­ма органдары эшен ҡабатларға йы­йын­майбыҙ, ә тикшерелгән мәсьәлә буйынса фекер алышыу майҙансы­ғында ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе, эш төркөмө рәйесе урын­ба­ҫары Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, бөгөн баш ҡалабыҙ халҡын өс меңдән ашыу транспорт сараһы хеҙмәт­лән­дерә, шуның 260 берәмеге – “Башавтотранс” автобустары. Өфө урамдарында мең ярым самаһы бәләкәй автобус йөрөй, шуларҙың 42 проценты­ның пассажир ташырға рөхсәте юҡ.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт юл хәүефһеҙлеге идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов, ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Федосов, Art-Lex адвокаттар коллегияһы вәкиле Марина Максимова һәм башҡалар легаль булмаған автотранспорттың муниципаль властар менән килешеү нигеҙендә эшләүенә өлгәшеү өсөн ҡануни нормаларҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Улар барыһы ла әлеге Законға үҙгәрештәр индергәндә ҡараласаҡ. Ултырыш барышында шулай уҡ ҡала маршруттарын бүлеп биргәндә конкурс шарттарын камиллаштырыу, йөрөү хаҡы буйынса берҙәм карталар индереү, түбән иҙәнле автобустарҙы киңерәк файҙаланыу мөмкинлектәре, Өфөнөң юл структураһын яҡшыртыу, автобус йөрөтөүселәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын алдан иҫкәртеү буйынса һөйләшеү барҙы.

– Беҙ төрлө яҡтарҙың ошо проблеманы хәл итеү буйынса алға китеште маҡсат итеп әйтелгән фекерҙәрен тыңланыҡ, – тине ошо тәүге ултырыштан һуң Рөстәм Рифат улы. – Ведомство-ара хеҙмәттәшлекте аныҡ юлға һалыу талап ителә. Был тәүге сиратта республиканың баш ҡалаһына ҡағыла. Муниципалитетҡа уңайлы мөхит һәм пассажирҙар ташыу буйынса стратегияны уйларға кәрәк, ә беҙ тейешле норматив-хоҡуҡи база булдырыуҙа ярҙам итергә әҙер. Тикшерелгән проблема шуның менән дә бәйле: федераль һәм төбәк ҡануниәтендә “легаль булмаған ташыусы” тигән төшөнсә лә юҡ. Ҡабул ителгән ҡарарҙар тиҙ арала тормошҡа ашыр һәм пассажирҙар ыңғай үҙгәрештәрҙе тойор, тип ышанам. Төркөмдөң сираттағы ултырышы декабрҙә баш ҡала хакимиәтендә уҙғарыласаҡ.

Ә Ҡазанда нисек?

Әлеге эш төркөмө вәкилдәре күптән түгел Татарстандың баш ҡалаһында булып, ундағы пассажирҙар ташыу эшенең нисек ойошторолоуы менән танышып ҡайтты. Сәфәрҙә депутаттарҙан тыш Өфө ҡалаһы хакимиәте белгестәре лә булды.

– Заманында ошо республикала ла был күренеш проблема булып һаналған, – ти Рөстәм Рифат улы. – Ахырҙа тейешле финанслау асылған, ойоштороу-хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдыр­ғандар. Бөгөн Ҡазанда легаль булма­ған маршруттар һәм автобустар юҡ.

Делегация пассажирҙар ташыуҙы бында нисек ойоштороуҙарын, тарифты ҡайһылай итеп көйләүҙәрен өйрәнде, бер нисә автотранспорт предприятиеһында булды, трамвай депоһының һәм берҙәм диспетчерлыҡ үҙәгенең эше менән танышты. Был үҙәк ГЛОНАСС системаһы аша транспорт хәрәкәтен һәм светофорҙарҙы көйләй икән. Ҡазанда барлыҡҡа килгән тәжрибәнең иң яҡшы һөҙөмтәһе беҙҙең республика баш ҡалаһындағы транспорт хеҙмәтләндереүендә ҡулланы­ласаҡ. Әле Өфө ҡала хакимиәтендә ошо мәсьәлә буйынса тейешле документ әҙерләйҙәр.

Белгестәр фекеренсә, был хеҙмәтләндереүҙе комплекслы хәл итеү шарт: туҡталҡалар булды­рырға, транспорт туҡталыштарын урам киҫештәрендә тығын барлыҡҡа килтермәҫлек урындарға күсерергә, электрон таблолар ҡуйырға һәм башҡалар. “Өфөләр алдағы йылда ошо өлкәләге яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күрә алырға тейеш”, – ти Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Уңайһыҙлыҡ ваҡытлыса ғына, тиҙәр

Теләһә ниндәй үҙгәрештә башта ҡатмарлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар йыш осрай. Пассажирҙарҙы рөхсәтһеҙ ташыуға ҡарата көрәш менән дә шулай: шәхси ташыусылар уларға эшләргә бирмәүҙәренә зарлана, ә пассажирҙар автобус булмауҙан интегә. Мәҡәләне баҫырға әҙерләгән мәлдә тиҫтәләрсә автобустың аҙаҡҡы туҡталышта эшһеҙ тороуы һәм рейсҡа сыға алмауы мәғлүм булды. Был машиналар Өфө районындағы Суровка, Михайловка ауылдарына, баш ҡаланың Затон биҫтәһенә барырға тейеш, әммә береһе лә юлға сыға алмай, сөнки транспорт карталарының ҡулланылыу ваҡыты бөткән. Ҡайһы берҙәренең ҡулында ҡала хакимиәтенең ошо кар­таларҙы ҡулланыу осоро оҙайтылыуы тураһындағы әмер бар, әммә күпме ваҡытҡа оҙайтыла – асыҡ түгел. Һөҙөмтәлә шоферҙарға, юлда туҡ­татып, бишәр мең һум штраф һалалар һәм, ҡабаттан тотолғанда, машиналарын штраф туҡталҡаларына алып китәсәктәре тураһында иҫкәртәләр икән.

– Беҙҙең ниндәйҙер бер аңлашыл­маған фирма аша эшләргә тейеш­легебеҙҙе иҫкәрттеләр, – ти автобус шоферы Айрат Зарипов. – Айына 7 500 һум һәм, шуға өҫтәп, көн һайын 500-әр һум тапшырып торорға бурыслыбыҙ икән. Иҫәпләп ҡараһаң, 20 эш көнөндә беҙ кемгәлер айына 15-әр мең һум биреп торорға тейешбеҙ. Нимә өсөн түләргә ул хәтлем – аңлашылмай...

Әйтеүҙәренсә, шәхси автобустарҙы “Башавтотранс”ҡа ла эшкә саҡыралар. Тик айырым шарттар бындай шо­ферҙарға оҡшамай. Мәҫәлән, автобус­тар төнгөлөккә “Башавтотранс”та ҡалдырылырға тейеш икән. “Был бит минең үҙ милкем, ҡайҙа ҡалдырып торорға икәнен дә мин хәл итәм, унда әйберҙәрем ята йә булмаһа ҡайҙалыр барып килергә кәрәк”, – ти шофер Юрий Шишкин.

Күпселек автобустар ҡала маршруттары буйлап ун йылдан ашыу йөрөй. Хужалары бөтә талаптарҙың мот­лаҡ күҙәтелеүен раҫлай. Һәр ҡайһыһы ГЛОНАСС системаһы һәм тахографтар менән йыһаз­ландырылған, лицензиялары, маршрут менән файҙаланыу ҡағиҙәләре һәм юлланмалары бар.
– Маршрутҡа ике ай элек кенә сыҡҡайным, автобусымды кредитҡа алдым, – ти шофер Айрат Нәшербанов. – Шулай ҙа даими алған керем ғаиләне аҫрарға етә ине, хәҙер ни эшләргә – белмәйем.

Маршруттарҙың төрлөһө бар. 284-се маршрут, мәҫәлән, Суровканан ҡуҙғалып китә һәм Михайловка ауылы, Затон, Көньяҡ автовокзал, “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһе, ҡаланың тарихи үҙәге аша үтә. Әле был юлды “Башавтотранс”тың 107-се маршрутына тапшырғандар. Пассажирҙарға мар­шруттың ҡыҫҡартылыуы һис оҡшамай, автобусты ла оҙаҡ көтөргә тура килә икән.

Аҙаҡҡы туҡталышта ултырған әлеге автобустар фирмаһының директоры Айҙар Сәлимов был маршруттар өсөн лицензия талап иткән бөтә шарттар­ҙың тыуҙырылыуы, пассажирҙар өсөн страховка ҡағыҙы ла булыуы, шофер­ҙарҙың медицина контролен даими үтеүе, диспетчерҙар һәм аттестация­ланған механик хеҙмәтләндереүе тураһында һөйләй.

– Өфө ҡала хакимиәтенең транспорт бүлегенә ошо маршруттарға рөхсәт карталары биреүҙе һорап, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем, – ти ул. – Миңә йүнләп яуап бирмәнеләр, яҡын киләсәктә тендер буласағы тураһында ғына вәғәҙә биреп килделәр, ләкин 2014 йылдан алып бөгөнгә саҡлы бер тендер ҙа иғлан ителмәне.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетында был автобустарға 2019 йылдың мартында уҙғарыласаҡ тендерҙа ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Был ойошмала бел­дереүҙәренсә, ҡалалағы транспорт менән хәл яҡшыра бара. “Һупайлы” биҫтәһендә генә ҡатмарлыҡтар бар. Иң ауыры – Михайловка ауылына барыу һәм ҡайтыу. Шулай ҙа ҡала яны йүнәлештәренә өҫтәмә транспорт бүленгән. Бынан тыш, Комитетта барлыҡ маршруттар өсөн дә легаль ташыусы сифатына күсә алыуын билдәләйҙәр. Дөрөҫ, был осраҡта автобустар барлыҡ талаптар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса тағы бер тапҡыр тикшереләсәк.

Тимур МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

– Әлеге мәлдә Өфө биләмәһендә пассажирҙар ташыу торошона даими мониторинг үткәрелә. Ҡайһы бер маршруттарҙа автобустар һаны арттырылды. Кәмегән транспорт саралары рәсми ташыусылар иҫәбенә тулыландырыла – легаль булмаған автобустарҙың бер өлөшө бөтә рөхсәт документтары булған ойошмаларға күсә. Был иһә барлыҡ автобустарҙың эшенә контроль булдырыу форсатын бирә һәм артабан уларҙы яңырта барырға мөмкин.

Өфөлә пассажирҙар ташыу тәртибе буйынса рейдтар уҙғарылыу дауам итә. Уларҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡала хакимиәте, дәүләт автоинспекцияһы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы вәкилдәре ҡатнаша. Эйе, был эш тәүҙәрәк пассажирҙар ташыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға ла мөмкин, шуға күрә халыҡтың быны аңлап ҡабул итеүе шарт.


Вернуться назад