Һабантуй мәле етә18.05.2012
17 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән 2012 йылда республиканың муниципаль райондарында “Һабантуй” халыҡ байрамын үткәреү графигын раҫланы.
Документҡа ярашлы, республика Хөкүмәтенә Башҡортостандың район хакимиәттәре менән берлектә “Һабантуй” байрамын ойоштороуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. Байрам үткәрелгән урындарҙа Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойошторорға тейеш. Республика буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығына байрам сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тормошҡа ашырырға тәҡдим ителде.
И. ЯНБАЕВ.


Вернуться назад