"Төҙөлөш сәғәте" һуҡты19.11.2018
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһен үткәрҙе. Бындай форматта ул аҙна һайын уҙасаҡ.

- Республика ҙур, төҙөлөш темпы юғары, тимәк, бөтә тейешле структураларҙың эшмәкәрлеген бер көскә туплау зарурлығы бар, - тине Радий Фәрит улы. Өҫтәп, сараның ваҡытлыса, барыһы ла яйға һалынғансы булыуын белдерҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проблемалы төҙөлөш объекттарының хәл-торошон тикшерҙе. Йәнә биләмәләр үҫешен күҙ уңында тотоп сафҡа индерелгән торлаҡ һәм социаль учреждениелар төҙөлөшөн арттырыу тураһында ла һүҙ алып барылды.


Вернуться назад