Көслө тармаҡ яңыртыу талап итә18.05.2012
“Ҙур химия” II Халыҡ-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Былтыр ошо мөһим сара тәүге тапҡыр үткәрелде һәм киң танылыу яуланы, Рәсәйҙең, шулай уҡ башҡа илдәрҙең нефть химияһы баҙарында эшләүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте, йөкмәткеле докладтар, фекер алышыу, осрашыуҙар байтаҡ булды, форумдың абруйлы майҙансыҡҡа әүерелә барыуы бик мөһим, тип билдәләне ул.
— Илдә химия сәнәғәтенең оҙайлы үҫеш өҫтөнлөктәре билдәләнгән осорҙа был айырыуса мөһим, тине республика башлығы. — Беҙ донъя баҙарында урыныбыҙҙы һәм әһәмиәтебеҙҙе белдерергә, алдыбыҙға химия державаларының тәүге тиҫтәһенә инеү маҡсатын ҡуйырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта бөгөн хәл ябай түгел. Химия һәм нефть химияһы продукттары баҙары махсуслашҡан һәм монополияланған. Һуңғы йылдарҙа уның үҙәге йылдам үҫеш кисергән илдәр яғына күсә бара. Ошо илдәрҙең иҡтисадында нефть химияһы менән химия өлөшө тиҫтәләрсә процент тәшкил итә. Хатта үҙҙәренең углеводороды һәм газ сеймалы булмаған төбәктәрҙә лә. Уларҙа химия сәнәғәте лә әүҙем үҫә. Ә сеймал, һыу һәм энергетика ресурстары бай булған Рәсәйгә донъяла етештерелгән химия продукцияһы күләменең ни бары 2 проценты тура килә. Нефть һәм газ тупламы ҙур булыуға ҡарамаҫтан. Әлбиттә, бындай хәлде яҡшы тип атап булмай.
Рөстәм Хәмитов, һуңғы егерме йылда илебеҙҙәге ошо тармаҡ етди ауырлыҡтар кисерҙе, һөҙөмтәлә байтаҡ үҫеш күрһәткестәре буйынса артта ҡалды, тип билдәләне.
— Рәсәйҙә химия комплексы продукцияһын йән башына ҡулланыу күләме донъялағы уртаса күрһәткестәрҙән биш-алты тапҡырға аҙыраҡ, — тине республика Президенты. — Нефть һәм газ химияһы продукттары импорты йылына 1 триллион һумдан артып, илдең иҡтисади именлегенә йоғонто яһарлыҡ кимәлгә етте. Етештереү һәм ҡулланыу буйынса артта ҡалыуҙы дауам итәбеҙ икән, был оборона комплексында, еңел сәнәғәттә, ауыл хужалығында конкуренцияға һәләтте юғалтыуға килтереүе ихтимал. Төҙөлөштә, торлаҡ-коммуналь өлкәлә киң ҡулланылған полимерға, пластик, пенопласт, лак-буяуҙарға ихтыяж арта.
Республика башлығы нефть химияһы тармағын үҫтереү йәһәтенән Башҡортостандың мөмкинлектәрен баһаланы:
— 2020 йылға Башҡортостан химия комплексы иҫәбенә генә тулайым төбәк продуктын 250 миллиард һумға тиклем арттыра алыр ине. Бөгөн был күрһәткес 1 триллион һум тәшкил итә, йәғни уның тағы ла сирек өлөшөн беҙ химия производствоһын, химия индустрияһын үҫтереү иҫәбенә тулыландырыр инек. Тулайым төбәк продуктын арттырыу йәһәтенән был — үҫештең иң йылдам һәм һөҙөмтәле ысулы. Беҙҙәге нефть химияһы комплексы ярайһы уҡ ҙур ҡеүәткә эйә. Тармаҡта “Өфөнефтехим”, “Өфө нефть эшкәртеү заводы”, “НОВОЙЛ”, “Газпром Нефтехим Салауат”, “ПОЛИЭФ”, “Сода”, “Каустик”, “Каучук” һәм башҡалар кеүек илебеҙҙә һәм донъяла билдәле предприятиелар эшләй. Республикала бюджетҡа эшкәртеүсе производстволарҙан һалым керемдәренең яртыһынан күберәге нефть продукттарына, 10 проценты самаһы химия тармағына тура килә. Республика ҡаҙнаһына һалым керемдәренең 20 процентынан күберәген нефть химияһы предприятиелары тәьмин итә.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың химия һәм нефть химияһы өлкәһендәге сәнәғәт ҡеүәте, шулай уҡ төбәктең ошо тармаҡты үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне.
— Республика кальцийлы сода, бутил һәм изобутил, спирт етештереү буйынса Рәсәйҙә — беренсе, синтетик каучук, бензол һәм этилен буйынса — икенсе, каустик сода, пластмасса буйынса өсөнсө урынды биләй. Был мәғлүмәттәр яҡшы билдәле. Әммә иң мөһиме — беҙҙәге химия тармағында инвестиция һәм инновация ҡеүәте ҙур, — тине төбәк етәксеһе.
Артабан республика башлығы өлкә үҫешенә ҡамасаулаған проблемаларҙы атап үтте.
— Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Уларҙың тәүгеһе — сеймал ҡытлығын бөтөрөү. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә илдәге химия сәнәғәтенең иң ҙур эшкәртеү предприятиелары тупланған. Уларҙың илдәге нефть химияһы продукцияһының яртыһын тиерлек етештереүе билдәле. Производствоны сеймалһыҙ ҡалдырырға ярамай. Шуға күрә төп сеймал сығанағы булған Себерҙе Волга буйы менән тоташтырырлыҡ үткәргес торбалар кәрәк.
Ул Башҡортостан, Татарстан, Һамар өлкәһенең нефть химияһы комплексы предприятиеларын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен оҙайлы перспективала яйға һаласаҡ. Бында һүҙ биш — ун йыл тураһында ғына түгел, ә 30, хатта 50 йыл хаҡында бара. Продукттар үткәргесе төҙөлһә, 2025 йылға округтағы өс ҙур предприятие — “Нижнекамскнефтехим”, “Газпром Нефтехим Салауат”, Яңы Куйбышев нефть химияһы компанияһы ғына йылына кәмендә 8 миллион тонна сеймал ҡулланасаҡ. Һөҙөмтәлә етештереү ҙә артасаҡ. Телгә алынған өс төбәктең нефть химияһы предприятиелары продукция күләмен икеләтә арттырыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Улар нигеҙендә 70 меңгә тиклем яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. 2025 йылға илдә 25 миллион заманса эш урыны булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тарафынан иғлан иткән программаға тулыһынса тап килә. Программаны тормошҡа ашырырға кәрәк, әлбиттә. Был йәһәттән химия предприятиелары Волга буйы федераль округында ла, тотош илдә лә иҡтисадты үҫтереүгә этәргес бирә ала.
Икенсе бурыс — нефть химияһы производстволарын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу һәм яңыртыу. Быйылғы форумда тармаҡтағы инновация процестарына айырым баҫым яһаныҡ. “Түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ошо мәсьәләләрҙең барыһын да ентекле тикшерерһегеҙ. Бөгөнгө форумдың төп темаһы бына ошо.
Өсөнсө бурыс — тармаҡҡа ҙур инвестициялар йәлеп итеү. Шунһыҙ фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән яңы производстволар асыу йәки ғәмәлдәгеләрен яңыртыу мәсьәләләрен хәл итеп булмай. Ошоно аңлап, республикабыҙҙа ла асыҡтан-асыҡ эш итеү шарттары, эшҡыуарлыҡты һөҙөмтәле яҡлау системаһы булдырабыҙ. Башҡортостандың яңы инвестиция ҡануниәте инвесторҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Беҙ бөтөн инвестиция инфраструктураһы ойошторабыҙ. Үҫеш корпорацияһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы әүҙем эшләй. Инвестиция фонды ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 400 миллион һум самаһы инвестиция һалына. Былтыр предприятиеларыбыҙҙың төп капиталына һалынған инвестиция күләме 200 миллиард һумға етте. Был күрһәткесте 250 — 300 миллиард һумға арттырырға кәрәк. Әле ошо йүнәлештә эшләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ә. ҒӘЛИЕВ.


Вернуться назад