Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова менән осрашып, ғаилә һәм балалыҡ темаһы төбәк Хөкүмәтенең төп эш йүнәлештәренең береһе тип белдерҙе.
Һөйләшеү барышында әсәлек һәм балалыҡ, ауыр хәлдә ҡалған балаларҙы яҡлау, имен булмаған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ киләһе йылдың май айында Өфөлә үтәсәк сираттағы Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре съезына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.