Хаталар өҫтөндә эш дауам итә16.11.2018
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Терминология хеҙмәте ағзалары сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда шулай уҡ баш ҡала райондарынан мәғариф идаралыҡтары белгестәре, киң мәғлүмәт саралары, “Берҙәмлек” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта Терминология хеҙмәтенең быйылғы эш планы үтәлешенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде, башҡортса алтаҡталарҙағы хаталар, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы буйынса төплө фекер алышыу булды. Хеҙмәт ағзалары республиканың 100 йыллығына “Хатаһыҙ Башҡортостан” акцияһын башларға тәҡдим итте.




Вернуться назад