Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа шәмбе, 17 ноябрҙә, ул юлланасаҡ ауылдан: “Беҙҙең яҡтарға йыйынаһығыҙмы? Бында шундай шау-шыу тыуҙы, грейдер төндә юл тигеҙләй, урау юлдағы соҡорҙарҙы яманылар, клуб эшләй башланы, уның артындағы бөтә сүп-сарҙы йыйып алдылар”, – тип яҙып ебәргәндәр.
Быға яуап итеп, “Фейсбук”тағы сәхифәһендә республика етәксеһе, идара итеүҙең ошондай миҫалдары үткәндәрҙә ҡаласаҡ, тип белдерҙе.
“Нимә әйтергә мөмкин? Беренсенән, һәр чиновниктың кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Әлегә быны улар етәкселәр килер алдынан ғына эшләй. Әммә беҙ системаны яйға һалырға тырышырбыҙ. Халыҡты борсоған хәлдәр тураһында барлыҡ етәкселәр ҙә, уларҙың ҡул аҫтындағылар ҙа онлайн тәртибендә хәбәрҙар буласаҡ. Идара итеү дәүеренең бындай миҫалдарын йылмайып хәтерләрбеҙ әле”, – тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.