Милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре белемен камиллаштырҙы16.11.2018
Өфөлә Волга буйы федераль округының милли сәйәсәт өлкәһе белгестәре өсөн өс көнлөк уҡыу семинары үтте. Уны Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә ойошторҙо. Өс көнлөк семинарҙы йомғаҡлап, тыңлаусыларға сертификат тапшырылды.

Һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлә. Шул күренештең сағылышы булып, 2012 йылда Рәсәйҙә йәшәгән милләттәрҙең этник-мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлауға, ил халҡының берҙәмлеген нығытыуға йүнәлтелгән “Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы” ҡабул ителде, Рәсәй Президенты ҡарамағында Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет булдырылды, 2015 йылда Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тергеҙелде, 2016 йылда “Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” дәүләт программаһы ғәмәлгә инде.
Донъя кимәлендә милли мөнәсәбәттәр киҫкен төҫ алған, миграция тулҡыны көсәйгән шарттарҙа милли сәйәсәт өлкәһе белгестәренең белемен үҫтереү бик ваҡытлы уҙғарылған сара тип ҡабул ителде.

– Семинарҙар илдең һәр төбәгендәге үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә ала, милләт-ара мәсьәләләрҙе иҫкәртеү, сәйәси яҡтан дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүҙе маҡсат итеп ҡуя, – тине Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов.

Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды ағзаһы Исмәғил Ғәбдрәҡипов:
– Интернет аша медицина ярҙамын күрһәтеү проектына етәкселек итәм. Беҙҙә 85 табип тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа бушлай консультация үткәрә, көнөнә 100 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Республиканан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән дә шылтыраталар. Милли сәйәсәт буйынса белемде үҫтереү беҙҙең социаль проект өсөн бик мөһим, - тине.

Башҡорт дәүләт университеты доценты Рәсих Зәйтүнов былай тине:
– Белгестәр фекеренсә, илебеҙгә эшкә килгән мигранттар һаны киләсәктә тағы ла артасаҡ тип күҙаллана, сөнки Рәсәйҙә уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж артыуы күҙаллана. Шуға күрә сит ил граждандарына социаль һәм мәҙәни йәһәттән яраҡлашыу мәсьәләләре тураһындағы сығыштарҙы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым. Мигранттарға рус телен өйрәтеү генә аҙ, уларҙы айырым төбәктең мәҙәниәте, йәмғиәттә нығынған нормалар, мөнәсәбәт ҡороу алымдары, аралашыу тәртибе менән дә таныштырырға кәрәк, тигән фекер оҡшаны.


Вернуться назад