Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе.
Республикала инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә билдәле проблемалар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ул аҙна һайын ошо мәсьәләләр буйынса кәңәшләшәсәктәрен белдерҙе. Һәр бер осраҡ буйынса кәрәкле ҡарар ҡабул ителгәс тә, инвесторҙы комиссия ҡарамағына ебәрмәйенсә, тейешле эш башланасаҡ.
Тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә алдынғы компаниялар вәкилдәре сәнәғәт, ауыл хужалығы, фармацевтика, спорт һәм мәғариф өлкәһендә үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, республиканың башҡарма власть органдарына аныҡ бурыстар йөкмәтелде.