“Сәләмәтлек сәғәте” аҙна һайын үтәсәк16.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе тикшергән кәңәшмәнең яңы форматын тәҡдим итте. Хәҙер аҙна һайын “Сәләмәтлек сәғәте” үткәреләсәк.

Тәүге шундай кәңәшмәлә Радий Фәрит улы ҡатнашыусыларға урындарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының проблемаларын – уларҙың матди-техник базаһын һәм кадрҙар менән тәьмин ителешен тикшерергә саҡырҙы.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рафаэль Яппаров бөгөн республикала 24 яңы ФАП асылыуын, ә 49-ның авария хәлендә булыуын, 613-ө капиталь ремонт үткәреүҙе талап итеүен белдерҙе. Тағы ла 105 учреждениела белгестәр етешмәүе билдәле булды.

Радий Хәбиров отчетты тыңлағандан һуң һәр бер район-ҡалала мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең аныҡ ваҡытын билдәләргә ҡушты, шулай уҡ фельдшер һөнәрен популярлаштырырға тәҡдим итеп, иң яҡшы белгестәр өсөн дәртләндереү сараларын, мәҫәлән, гранттар булдырыу бурысын йөкмәтте.


Вернуться назад