Һәр кеше теләгән ваҡытта проблемаһы тураһында әйтеп, уны хәл итеү мөмкинлеген табырға тейеш. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Өфөнөң Ленин районындағы “Актуаль” түбәнге бүлексәһе әүҙемселәре “Асыҡ кабинет” системаһы буйынса эшләргә тәҡдим итә.
Тәҡдимгә ярашлы, халыҡ ҡабул итеү көндәрендә генә түгел, ә үҙе теләгән ваҡытта партияның түбәнге бүлексәһе етәксеһенә һорауҙары менән килә ала.