Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры урынбаҫары, сәйәсәт фәндәре докторы Владимир Зорин менән осрашты. Осрашыуҙа Рәсәй төбәктәрендә дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Константин Толкачев Башҡортостанда был мәсьәләләргә айырым иғтибар бирелеүен билдәләне.
– Республика – илебеҙҙең иң полиэтник төбәктәренең береһе, – тине ул. – Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Республикала төбәктең үҙенсәлеклелеген һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эш башҡарыла. Милли мәҙәниәттәргә ярҙам күрһәтеү, уларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған.