Халыҡ мәнфәғәтендә15.11.2018
Кисә Белорет ҡалаһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Иван Лавренов менән Андрей Иванюта граждандарҙы ҡабул итте.

Үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән депутаттарға 35 кеше мөрәжәғәт итте. Улар төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге проблемаларҙы, социаль учреждениеларҙың матди базаһын нығытыу, районда туризмды үҫтереү һ.б. мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Һәр мөрәжәғәт итеүсе депутаттарҙан аныҡ яуаптар, консультация алды. Ҡайһы бер мәсьәләләр контролгә алынды.


Вернуться назад