“Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы” фондына Ринат Дәминов етәкселек итәсәк.
Әлегә тиклем ул Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләрен көйләгән.
Төбәк операторына 2013 йылдан етәкселек иткән Борис Герасимов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.