Ғафури районында яңы башлыҡ13.11.2018
2011 йылдан Ҡырмыҫҡалы районына етәкселек иткән, унан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләгән Фәнзил Сыңғыҙов Ғафури районы башлығы итеп тәғәйенләнде.

Райондың әүәлге башлығы Рәмил Бохаров отставкаға китте.

Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов 1969 йылдың 21 майында Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Ҡырмыҫҡалы районындағы З. Вәлиди исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары булып башлай. Төрлө йылдарҙа ошо уҡ райондың Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбендә тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры, Прибельский ауылы мәктәбе директоры, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй. 2009–2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында бүлек мөдире була.


Вернуться назад