Мирхәйҙәр Фәтхуллин – тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы13.11.2018
Мирхәйҙәр Фәтхуллин – тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусыБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп Мирхәйҙәр Фәтхуллин тәғәйенләнде.

Фәтхуллин Мирхәйҙәр Борис улы 1974 йылдың 31 мартында Баймаҡта тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын, ил Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

1993 – 2001 йылдарҙа Башҡортостандың һәм Татарстандың банк системаһында эшләй. Төрлө йылдарҙа Татарстан социаль-иҡтисади үҫешенең айырым маҡсатлы федераль программаһы дирекцияһында бүлек начальнигы, Өфө ҡалаһының Инвестиция агентлығында директор урынбаҫары, "Башстром" акционерҙар компанияһында генераль директор урынбаҫары, финанс директоры, "Рәсәй тимер юлдары" йәмғиәтенең Юлдар һәм ҡоролмалар департаментында бүлек начальнигы урынбаҫары, "Андреев кирбес заводы" йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары, "Ай.Ди.Си" йәмғиәтенең генераль директоры була. 2011 – 2014 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары. 2014 – 2018 йылдарҙа – Свердловск өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе советнигы, Контроль департаменты директоры урынбаҫары, Сведрдловск өлкәһе Губернаторы Хакимиәтенең һәм Хөкүмәтенең Кадрҙар сәйәсәте һәм контроль департаменты директоры урынбаҫары.


Вернуться назад