Илдар Һаҙыев отставкаға китә12.11.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәткә төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһына яңы кандидатура тәҡдим итергә ҡушты. Сәбәбе – был министрлыҡтың урындағы әһәмиәттәге ер аҫты участкаларын файҙаланыуҙы күҙәтеү өлкәһендә насар эшләүе.

Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы һәм Башҡортостан район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә бик күп тәртип боҙоу осраҡтарын асыҡланы. Мәғлүмәт менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында таныштырҙылар.

Атап әйткәндә, республикала файҙалы ҡаҙылмалар сығарғанда муниципалитет халҡының социаль-иҡтисади һәм экологик мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмай, дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыу осраҡтары ла байтаҡ теркәлгән.




Вернуться назад