Инга Юмашеваға – яңы бурыс10.11.2018
Республикабыҙҙың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән Башҡортостан яҡташтар берекмәһе ултырышында ойошма идараһының яңы рәйесе һайланды. Ул – Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева.

Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Фәрхәд Самедов, Рәсәй Геройы, полковник Рафиҡ Ихсанов, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйсә Һырлыбаева, урындағы “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлсинә Батыршина, “Заман” этнотөркөмөнән Радмир Мөфтәхин һәм башҡалар ҡатнашты.



Вернуться назад