Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, Урал Килсенбаев Башҡортостан башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Урал Таһир улы Килсенбаев 1982 йылғы. Сығышы менән Күгәрсен районынан. Башҡорт дәүләт университетын һөм Башҡортостан Президенты эргәһендәге дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы булып эшләне.